«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Исемлек арттырылды



27.06.2019 Исемлек арттырылды



РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсияға 25 процент өҫтәмә түләүҙәргә дәғүә итеүсе ауыл хужалығы һөнәрҙәре исемлеген киңәйтеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Исемлек эшселәр, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, склад мөдирҙәре, ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалын хеҙмәтләндереүгә, ремонтлауға, шулай уҡ ауыл хужалығы етештереү объекттарын һаҡлауға бәйле кешеләр кеүек категориялар менән киңәйтелде. Пенсияға өҫтәмә алыу өсөн кеше даими рәүештә ауыл ерендә йәшәргә, ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стажға эйә булырға тейеш.
Исемлектең яңы редакцияһы менән өҫтәмә алыусылар һаны 3 процентҡа йәки яҡынса 30 мең кешегә артасаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға