«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көмрө себен килгән беҙгә...



27.06.2019 Көмрө себен килгән беҙгә...

"Өфө" аэропорты пунктында Россельхознадзор белгестәре Үзбәкстан раузалары партияһын тикшергәндә яман себенгә тап булғандар.
Был бөжәк арҡаһында карантин иғлан ителә, ул ағыулы. Көмрө себен (муха-горбатка) табылған продукция тулыһынса юҡ ителгән.

Зыянлы себен үҫентеләргә генә түгел, кешегә лә, малға ла берҙәй зарар итә. Холера таратыуы мөмкин, бал ҡорттары өсөн дә насар.
Ә субтропиктарҙа горбатка-паразитоид файҙалы роль уйнай - япраҡ ҡырҡыусы ҡырмыҫҡаларға һөжүм итә.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға