«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ике ҡатын инвалидты янғындан ҡотҡарған



27.06.2019 Башҡортостанда ике ҡатын инвалидты янғындан ҡотҡарған

Кисә көндөҙ Стәрлетамаҡта 7-се ҡаттағы фатирҙа янғын сыҡҡан.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, ике әхирәт - Юлия Куликова менән Жанна Герасименко ишекте асып, утҡа һыу һибеп, ҡыйынлыҡ менән йөрөгән инвалид ирҙе фатирҙан алып сығыуы асыҡланған. Бәхеткә күрә, ир күршеһенә фатир асҡысын "всякий пожарный случай" тип алдан биргән булған.

Ир төтөнгә ағыуланған, дауаханаға оҙатылған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға