«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...



26.06.2019 Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...

Красноярский крайы Назарово ҡалаһында ике йәшлек малаҡай ике тәүлек үлгән атаһы янында яңғыҙы булған.

Фатир эсендә ике көн буйына илаған бала тауышына хәүефләнеп, күршеләр полицияға хәбәр иткән. Ҡотҡарыусылар фатирҙы асып ингәс, унда сабыйға һәм ир кешенең мәйетенә тап булған.

Яңылыҡтарҙа был турала белгәс, малайҙың әсәһе үҙе полицияға килгән. Ул, ғаилә ыҙғышынан һуң өйҙән сығып китттем, тип аңлатҡан. Ғаилә имен иҫәпләнгән. Ирҙең үлеме сәбәбен асыҡлар өсөн экспертиза тәғәйенләнгән.

Әйткәндәй, февралдә Улан-Удэла 4 йәшлек малай бер нисә тәүлек дауамында шулай уҡ үлгән өләсәһе янында бер үҙе тороп ҡалғайны. Өләсәй ейәнен яңғыҙы тәрбиәләгән булған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға