«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?



26.06.2019 Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?

Калуга тәфтишселәре 38 йәшлек ирҙе ҡулға алған: Тула өлкәһендә йәшәүсе ир бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енси ғәмәлдәр ҡылыуҙа шикләнелә.

Боровской районында йәшәгән 9 йәшлек ҡыҙ социаль селтәрҙә "10 йәшлек ҡыҙыҡай" менән яҙышҡан. Аралашыу мәлендә "10 йәшлек ҡыҙ" Боровской районында йәшәүсе ҡыҙыҡайҙан яланғас төшкән фотоларын ебәреүен һораған. Был бала уны тыңлаған.

Һуңынан 10 йәшлек ҡыҙыҡай булып 38 йәшлек ирҙең хатлашҡаны асыҡланған. Тула өлкәһендә йәшәгән ирҙе әлегә 48 сәғәткә ҡулға алып, фатирында тентеү үткәргәндәр.

Ир ғәйебен танған. Боҙоҡлоғо өсөн ул 12 йылдан алып 20 йылғаса иректән мәхрүм ителеүе ихтимал. 

Ә һеҙҙең балаларығыҙ социаль селтәрҙә кемдәр менән аралаша?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға