«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Студенттар каникулда аҡса эшләй



26.06.2019 Студенттар каникулда аҡса эшләй

Республикала ике меңләп студент студент отрядтарында эшләйәсәк. Улар Бөтә Рәсәй проекттарында ҡатнашасаҡ. «Парус», «Гефест» отрядтары Саха- Яҡут нефть ятҡылығында эшләһә, « Сова» отряды Ялтаға китә. Диңгеҙ буйында улар ашнаҡсы, официант- бармендар булып эшләйәсәк. Күп студенттар пионервожатый эшен дә башҡарасаҡ. БГАУ -ҙа белем алғандарҙы ауыл хужалығы, төҙөлөш көтә. 45 көнлөк эш семейстрында студенттар 30 меңгә тиклем аҡса эшләй ала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға