«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!



26.06.2019 Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!

Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!1 июлдән республика йәмәғәтселек транспортында «Алға» берҙәм транспорт картаһы ҡулланыла башлаясаҡ. Ул һәр яҡлап уңайлы: беренсенән, автобуста ла, троллейбуста ла, трамвайҙа ла юл хаҡын уның аша түләргә була. Икенсенән, транспортта аҡса сығарып мәшәҡәтләнмәйһең, картаны терминалға ҡуйып ҡына иҫәпләшәһең. Өсөнсөнән, бер үк картаны Өфө ҡала маршруттарында һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡҡа йәки Салауатҡа барғанда, яңынан карта һатып алырға кәрәкмәй.
«Алға» транспорт карталары һатыла башланы ла инде. Уларҙы «Өфө- матбуғат» киоскыларында, «Башфармация» дарыуханаларында, «Альдо», «Башспирт» магазин селтәрҙәрендә, «Башавтотранс» пункттарында 50 һумға һатып алырға мөмкин. Әлбиттә, транспортта йөрөгәндә түләү өсөн уларҙы тулыландырырға кәрәк. Быны Сбербанк-онлайн ярҙамында эшләргә мөмкин.
Яңы транспорт картаһы менән иҫәпләшеү өсөн йәмәғәт транспортында махсус терминалдар урынлаштырыласаҡ. БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, 1 июлгә – 2 мең, 1 авгусҡа – 3,5 мең, 1 сентябргә 5,5 мең автобус һәм маршрут таксиһы терминал менән йыһазландырыласаҡ.
Әлбиттә, әлегә тиклем ҡулланылған транспорт карталарыла ғәмәлдә ҡаласаҡ. Шулай уҡ водителгә ҡулаҡса менән иҫәпләшеү мөмкинлеге лә һаҡлана. Тик кондукторҙарҙың ҙур автобустарҙа ғына ҡалыуы ихтимал. Ә кем дә кем мутлашып, түләмәй генә йәмәғәтселек транспорты менән файҙаланырға уйлаһа, был ниәтен тормошҡа ашыра алмаясаҡ, сөнки һәр транспортта махсус күҙәтеү ҡорамалдары эшләйәсәк.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға