«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты



26.06.2019 Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты

Бөгөн Өфөлә заправкаларҙа бензинға, "солярка"ға хаҡты күтәрҙеләр.

"Башнефть" яғыулығы литры хаҡы 15-25 тингә артты:

- АИ-92 бензинының бер литры 25 тингә артҡан һәм 41 һум 40 тин тора.
- Atum-92 15 тингә күтәрелгән — 42 һум тора.
- Atum-95 тә 25 тингә артты - 44 һум 45 тин тора.
- Дизель яғыулығына ла хаҡ артҡан - уны 45 һум 10 тингә алырға тура киләсәк.

"Лукойл" хаҡтарҙы унышар тингә күтәргән:
- "АИ-92 Экто" 42,69 һум,
- "АИ-95 Экто" – 46,20 һум,
- "АИ-100 Экто" – 52,68 һум,
- "солярка" литры - 46,46 һум.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға