«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Нексия в деле" - Өфөлә иң күп һатып алынған машина билдәле булды



26.06.2019 "Нексия в деле" - Өфөлә иң күп һатып алынған машина билдәле булды

Баш ҡалала йыл башынан алып иң күп һатылған машина билдәле булды. 459 дана "Дэу-Нексия"ға һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөлгән.

Рәсәйҙә дөйөм алғанда йыл башынан 2 млн 47,3 мең дана тотонолған машина һатылған. Өсәү иң популяр тип "ун дүртенсе" LADA, "Форд-Фокус" һәм етенсе моделле "Жигули" тип билдәләнгән. Тәүге ике моделде 16 миллионлы ҡаланың етәүһендә иң күбе алғандар. "Фокус"ты Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Воронежда, Силәбелә ныҡ яраталар. Ә бына япон "Тойота-Королла"һын Новосибирск, Красноярск һәм Омск халҡы нығыраҡ үҙ итә.

Волгоградта һәм Пермдә "ундүртешкә" ВАЗ-2114 күпләп һатылған. Ҡазанда һәм Түбәнге Новгородта иһә "Киа-Рио"лар күбәйгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға