«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сигалдың кәләшенә селтәрҙе кем теккән?



26.06.2019 Сигалдың кәләшенә селтәрҙе кем теккән?

Стивен Сигалдың ҡатыны Эрдэнэтуяа ханымдың башҡорт һабантуйында селтәр тағып йөрөгән фотоһы социаль селтәрҙәрҙә күпләп “лайк” йыя.


Бөтә донъяға танылған актерҙың ҡатынына селтәрҙе кем теккән һуң? Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән хаҡлы ялдағы педагог Миңлегөл апай Килмәкованың ҡул эше булып сыҡты ул.

—Беҙ Баймаҡ тирмәһе янында тора инек, мин ҡул эштәремдән күргәҙмә - һатыу ҙа ойошторған инем. Бер мәл тирмәгә абруйлы ҡунаҡтар килде. Ойоштороусылар араһынан берәү килеп бер селтәремде һатып алып китте. Уны Эрдэнэтуяа ханымға бүләк иткәс, ҡатын бик ныҡ шатланды, шунда уҡ тағып алды, — тип һөйләне беҙгә телефон аша ҡул оҫтаһы.

Миңлегөл апайға 68 йәш. Ул селтәрҙәрҙе боронғо ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре китабынан ҡарап, бер аҙ стилләштереп тегә. Күберәген заказ буйынса, ти. Апайҙың биҙәүестәрен төрлө билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һатып ала. Оҫтабикәнең ҡашмау, һаҡал, селтәр, текә таҡыялары донъяның бик күп ҡалаларын урап сыҡҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға