«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! Балалар пособиеһы арта!



26.06.2019 Һөйөнсө! Балалар пособиеһы арта!

Рәсәйҙә аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балаларға балалар пособиеһы арта. 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем балаларға ай һайын түләнгән 50 һум пособие 10 мең һумға күтәреләсәк.
«1,5 – 3 йәшкә тиклмеге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә социаль ярҙамды артырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар ай һайын бер балаға 10 мең һум аҡса аласаҡ», – ти РФ Прмеьер-министры Дмитрий Медведев.
Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта дәүләттән ярҙам алыусы ғаиләләр һанын арттырыу маҡсатында ғаиләләрҙең мохтажлығын билдәләүсе критерийҙарҙы күтәреү тураһында закон проекты әҙерләнә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға