«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер көндә 21 миҙал!



26.06.2019 Бер көндә 21 миҙал!

Беларуссияла барған II Европа уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы бер көндә 21 миҙал яулап, уйындар рекордын ҡуйҙы.
Шуның дүртәүһе Дина Аверина иҫәбендә. Беҙҙең гимнастка илебеҙ исеменән бер үҙе сығыш яһап, өс алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.
Әлегә Рәсәй спортсылары 24 алтын, 13 көмөш һәм 16 бронза миҙал яулап, командалар араһында беренсе килә. Турнир хужалары дөйөм миҙал һаны буйынса беҙҙән дүрт кенә наградаға ҡалыша.
Уйындар 30 июнь тамамланасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға