«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нурмөхәмәт хәҙрәт вафат булған



26.06.2019 Нурмөхәмәт хәҙрәт вафат булған

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының элекке рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин мәрхүм булған. Уға 73 йәш ине.

Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин 1946 йылда Сибай ҡалаһында мулла ғаиләһендә тыуған. Башҡортостан мосолмандарын 1992 йылдан бирле етәкләне. Быйыл 29 апрелдә хәҙрәт рәсми рәүештә мөфтиәт башлығы вазифаһын тапшырҙы. Рәйес вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе итеп мөфтөй урынбаҫары, имам Айнур хәҙрәт Бирғәлин һайланды.

Нурмөхәмәт хәҙрәттең яҡындарына һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға