«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путиндың Дональд Трамп менән осрашҡыһы киләме?



26.06.2019 Владимир Путиндың Дональд Трамп менән осрашҡыһы киләме?

Оҙаҡламай Японияның Осака ҡалаһында иң көслө 20 илдең (G20) саммиты үтә. Күптәр был сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Дональд Трамптың һөйләшеүен көтә.

Әле ике яҡтан да, осрашыу буласаҡ, тип хәбәр иттеләр. Мотлаҡ түгел, ә ихтимал. Айырыуса АҠШ вәкилдәре көтә икән был аралашыуҙы. Трамп Путин менән хәүефһеҙлек мәсьәләләре, Украина, Иран, Венесуэла һәм Яҡын көнсығыштағы хәл-әхүәлдәр тураһында фекер алышмаҡсы. Әлбиттә, ике ил араһын көйләй торған темаларға ла туҡталаһы бар.

АҠШ лидерына яҡын бер әфәнде билдәләүенсә, Трамп осрашыуҙы көтә. Беҙҙең Президент та, моғайын, бер сарала ҡатнашып та, күрешмәй ҡайтып китмәҫ. Ул бит һәр саҡ әйтә килә: Рәсәй партнерлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү, киңәйтеү яҡлы. Аҡыллы юлдар менән.

Әйткәндәй, Осакалағы саммит 28 - 29 июнгә күҙалланған.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға