«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Луизаның машинаһын тапҡандар!



25.06.2019 Луизаның машинаһын тапҡандар!

Салауат ҡалаһында Луиза Хәйруллинаның ғаиләһе ҡасҡан тип һаналған автомобиль табылған. Уның эсендә түшәк кәрәк - яраҡтары булған. Ә машина Луизаның атаһының гаражында булған. Ир әйтеүенсә, гаражға оҙаҡ ваҡыт күҙ һалғаны булмаған. Бөгөн асып ебәреүгә, ҡыҙының машинаһын күреп саҡ иҫтән яҙмаған.

Әлеге ваҡытта бында полиция эшләй, ә транспортты тикшереү өсөн эвакуациялағандар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға