«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әйҙә киттек Торатауға, "Торатау йыйыны"на!



25.06.2019 Әйҙә киттек Торатауға, "Торатау йыйыны"на!

Был шәмбелә халҡыбыҙҙың изге тауында "Торатау йыйыны" республика байрамы үтәсәк. Башлана төшкө сәғәт 4-тә.

Сара программаһы бик бай. Унда легендар сармат батшабикәһе Зарина тураһында "Сарматтар мираҫсылары" театр тамашаһы, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм сауҙаһы, балалар уйындары, спорт саралары, "Ылаҡ", "Мәргән уҡсы"тамашаларын күрһәтеү ҡаралған.

Киске сәғәт 7-лә иһә "Toratau-party" концерты башланасаҡ. "Арғымаҡ", "Бүреләр", "Ҡурайсы", "Карауан-һарай", "Далан", "Бәхетле", «Дан» төркөмдәре, реп йырсылары RNT, МС Баш, Халыҡ уйын ҡоралдарының милли оркестры һәм башҡалар сығыш яһарға йыйына. Байрамда тергеҙелгән "Дәрүишхан" рок төркөмө элекке хиттарын һәм яңы йырҙарын тамашасыға бүләк итергә йыйына. Аҙаҡтан DJ Khan менән DJ Fatikh дискотека үткәрәсәк.

Байрамға килегеҙ. Палатка ҡорорға урын бүленәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға