«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер, ике, өс! “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумына ғаризалар ҡабул итәбеҙ!



25.06.2019 Бер, ике, өс! “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумына ғаризалар ҡабул итәбеҙ!

18-21 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында беҙҙе түбәндәгеләр көтә:

• проекттарҙың гранттар конкурсы;
• "АҫылташХ" — ТED форматындағы конференция;
• барыһы алдында башҡорт телендә дебаттар;
• республика дебаттары ойоштороусылары командаһына йыйыу;
• "Аҫылташ" медиаүҙәге командаһына йыйыу;
• хәтәр уҙыштар һәм башҡаһы!

Беҙ лидерҙарҙы, медиа өлкәһендә яңы эш башлаусыларҙы, дебатерҙарҙы һәм башҡа үҙ-үҙен үҫтерәм тигәндәрҙе, дуҫтар эҙләүселәрҙе көтәбеҙ!!!
"Аҫылташ"ҡа Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 18-30 йәшлек 250 кешенең килеүе көтөлә.

Һылтанма буйынса үтеп, 7 июлгә тиклем теркәлеү үтергә кәрәк: https://clck.ru/Gf4PT





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға