«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДИ буйынса – 400 мәрәй!



24.06.2019 БДИ буйынса – 400 мәрәй!

Екатеринбург ҡалаһынан Анастасия Пределина Берҙәм дәүләт имтихандарында барлығы 400 мәрәй йыйған.


Ҡыҙ рус теле, математика, физика һәм информатика буйынса имтихандар тапшырған. Настя яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн иң ауыр мәсьәләләрҙе һайлаған. Ныҡлап әҙерләнеү бушҡа китмәгән, уҡыусы рекорд ҡуйыуға өлгәшкән.

Тула өлкәһенән Даниил Дрябин да дүрт фәндән 400 мәрәй йыйған. Егет әйтеүенсә, уңыш сере – һайланған фәндәрҙе яҡшыы белеү һәм үҙаллы эш. Даниил физика – математика класында белем алған, үҙенең күрһәткестәрен “оло ҡаҙаныш” тип иҫәпләмәй.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: m.e1.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға