«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ҙур футбол стадионы төҙөлмәйәсәк



24.06.2019 Башҡортостанда ҙур футбол стадионы төҙөлмәйәсәк

Радий Хәбиров был хаҡта Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында белдерҙе.


“Әлеге ваҡытта беҙ киләһе йылдың бюджеты хаҡында уйлайбыҙ. Бәлки бизнесты үҫтереүгә һәм уның инфраструктураһына йүнәлтелгән өлөштө арттырырбыҙ. Ябай халыҡҡа әллә ни ҡыуаныс килтермәгән аҡса тураһында һүҙ бара. Иҫ китмәле футбол һарайы төҙөп ҡуйыу ул бөтөнләй башҡа. Иң яҡшыһы, аҡсаны дөрөҫ йүнәлешкә ебәрергә. Ә инде аҡса эшләгәс, стадионды мотлаҡ төҙөрбөҙ, уның матурлығын күреп, барыһы ла, шул иҫәптән күршеләребеҙ көнләшеп иларлыҡ итеп. Был – аҙаҡ. Әлегә аҡса эшләргә өйрәнәйек”, — тине Башлыҡ.

Быға тиклем Затонға киткән юлда, Ағиҙел күперенән һуң, 20 мең кешелек футбол һарайын төҙөү хаҡында һүҙ сыҡҡайны. Футбол стадионын “Мега” сауҙа йорто янында урынлаштырырға тигән тәҡдим дә булғайны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға