«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың 11 районында ҙур хәүеф бар



24.06.2019 Башҡортостандың 11 районында ҙур хәүеф бар

Урман янғынынан һаҡ булығыҙ!

Үткән тәүлектәрҙә республикала өс урында урман янғыны теркәлгән. Ут 14 гектар ерҙе ялмап алған. Бөгөнгә ул һүндерелгән. Шулай ҙа беҙҙә янғын хәүефе ҙур булған райондар байтаҡ. Күреп тораһығыҙ - эҫе, томра, ямғыр ҡайһы бер төбәктәрҙә бер ай яуғаны юҡ.

Юғары, дүртенсе хәүеф зонаһы тип түбәндәге райондар билдәләнгән: Әбйәлил, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Учалы, Федоровка. Бына ошо төбәктәрҙә урман "былт" итеп тоҡанырға ғына тора.

Һеҙ, моғайын, янғын сығыуға сәбәпсе булмаҫһығыҙ.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға