«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсә яңы тыуған балаһын ҡыуаҡтар араһына ташлап киткән...



23.06.2019 Әсә яңы тыуған балаһын ҡыуаҡтар араһына ташлап киткән...

Ике көн элек Питерҙа эт сабыйҙы ҡотҡарған: Мачо ҡушаматлы эт бәпесте ҡыуаҡтар араһында тапҡан.

Паркта йөрөгәндә, Мачо бер туҡтауһыҙ хужаһын йүнләп кеше аяғы баҫмаған яҡҡа тартҡан. Аптыраған хужаһы уның артынан эйәреп барғас, ҡыуаҡтар араһында ятҡан яңы тыуған бәпесте күреп ҡалған. Ҡыҙыҡайҙы ипләп кенә хәүефһеҙ ергә күсергәстәре, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре тап булған. Улар "Тиҙ ярҙам"ды саҡырған да инде. Табиптар бәпестең яҡынса өс сәғәт элек тыуғанын раҫлаған.

Ҡыҙыҡай ваҡытынан алда тыуһа ла, бик теремек, көслө, сәләмәт, тиҙәр. Уның аппетиты яҡшы, йоҡлағанда хатта йылмая ла.

Әлеге ваҡытта полиция уның әсәһен эҙләй. Ике генә килограмм ауырлыҡтағы сабыйҙы Санкт-Петербург ҡала дауаханаһына урынлаштырғандар.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға