«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Велобаласаҡ" ярышы үтте



22.06.2019 "Велобаласаҡ" ярышы үтте

"Велобаласаҡ" ярышы үттеРезеда Әхмәҙиева хәбәр итте:

- 22 июндә Өфөнөң “Башҡортостан” сауҙа һәм уйындар үткәреү үҙәгенең "#Лайфстайл" майҙансығында "Велобаласаҡ" тип аталған спорт ярышы үтте. Унда 2-9 йәштәге балалар ҡатнашты.

Тәүҙә барыһына ла арҡаға аҫмалы сумка, велосипедтарына сират һандары һәм эсергә һыу таратылды. Алдан килеүселәр ҙә, артта ҡалыусылар ҙа, бер тигеҙ миҙал һәм грамота менән бүләкләнде.

Киләһе уҙыш ошо ук урында 28 июлдә һәм 24 августа үтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға