«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Инвесторҙар Башҡортостандың эшҡыуарҙарға асыҡ , тәбиғәт ресурстарына бай төбәк тине



22.06.2019 Инвесторҙар Башҡортостандың эшҡыуарҙарға асыҡ , тәбиғәт ресурстарына бай төбәк тине

Инвесторҙар Башҡортостандың эшҡыуарҙарға асыҡ , тәбиғәт ресурстарына бай төбәк тинеУрал аръяғы биләмәләре инвесторҙарға асыҡ Сибай ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй инвестиция форумына 11 дәүләттән 500 делегат килде. Улар республикабыҙҙың эшҡыуарҙарға асыҡ , тәбиғәт ресурстарына бай төбәк булыуын билдәләне.

" Беҙҙең идаралыҡ командаһының төп бурысы - халыҡтың йәшәү кимәлен еңеләйтеү. Быны төбәккә инвестициялар йәлеп итеп кенә хәл итеп була. Иҡтисад көйләнһә, заманса предприятиелар ҙа барлыҡҡа киләсәк, халыҡҡа эш урындары ла буласаҡ , социаль объекттар төҙөләсәк. Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы райондары өсөн был мөһим . Бөгөн ошо йүнәлештә тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ",- тине сараның әһәмиәтен билдәләп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшеваның фекеренсә, Башҡортостан ысынлап та бизнес өсөн уңайлы урын.

" Мин был өлкәлә хәл ителергә тейешле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе федераль кимәлгә сығарырға әҙермен. Көс структуралары, тикшереү органдары яғынан да даими тикшереүҙәр менән эшҡыуарҙарҙың эшен тотҡарлаусылар бар. Былар ҙа ведомстволар кимәлендә һөйләшеүҙәр талап итә ",- тине.

Форумда 922 млн. һумлыҡ инвестиция килешеүе төҙөлдө. Тағы ла 68,6 млрд. һумлыҡ биш килешеү төҙөү күҙаллана.

Сара ҡунаҡтары иртәгә, башҡорт халҡының милли традициялары һәм йолалары менән танышыу өсөн , Әбйәлил районына һабантуйға юллана.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға