«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан кикбоксерҙары триумф менән ҡайтты



23.06.2019 Башҡортостан кикбоксерҙары триумф менән ҡайтты

Италияла 42 илдең кикбоксерҙары донъя кубогының миҙалдары өсөн көрәште.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан дүрт спортсы ҡатнашты һәм төрлө категорияла биш миҙал яулап, тыуған еренә триумф менән ҡайтты. Юғары награданы Ишембайҙан Антон Овечкин менән Өфөнән Валерий Евграфов яулаһа, Айвар Ғафуров (Өфө) – көмөш һәм Ирина Моторина бронза миҙал таҡты. Шулай уҡ Валерий Евграфов икенсе төрҙә өсөнсө урынға сыҡты.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға