«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шаршамбынан йылытасаҡ



18.06.2019 Шаршамбынан йылытасаҡ

Баш ҡала иртәгәнән башлап тамам йәй режимына күсәсәк. Синоптиктар 24 градусҡаса эҫелек һәм аяҙ күк йөҙө вәғәҙәләй. Төндә 15 градус йылы торасаҡ.

20 июндә Өфөлә һауа температураһы 26 градусҡаса күтәреләсәк. Кискәрәк болоттар көтөлә. Йомала ла эҫелек көтөлә.

Ялдарҙа 27-30 градус эҫе булыуы күҙаллана. Киләһе аҙна башы ла шулай торасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға