«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсирлеккә эләккәндәр иҫтәлегенә



17.06.2019 Әсирлеккә эләккәндәр иҫтәлегенә

Иртәгә БР Милли музейында Бөйөк Ватан һуғышында әсирлеккә эләгеп, немец концлагерҙарында вафат булған тотҡондарға арнап, « Онотолған исемдәр» күргәҙмәһе асыла. Ул « Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы етәкселеге әҙерләгән мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән.
Экспозицияның беренсе өлөшөндә 1941-1943 йылдарҙа Германияның «Цайтхайт» концлагерына әсирлеккә эләккән Ҡыҙыл Армия һалдаттары тураһында мәғлүмәттәр, архив документтары менән танышырға мөмкин.
Сараны ойоштороусылар Германия лагерҙарары документтарындағы мәғлүмәттәрҙе нисек эҙләргә өйрәтәсәк. Илен һаҡларға китеп, аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булған, фашистик концлагерҙарҙа юғалған туғандарығыҙ булһа, күргәҙмәгә килмәй ҡалмағыҙ. Бәлки улар тураһында мәғлүмәт тә белә алырһығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға