«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Штрафтарығыҙ булһа, түләп ҡуйығыҙ



17.06.2019 Штрафтарығыҙ булһа, түләп ҡуйығыҙ


Штраф буйынса бурыстарын йыллап түләмәй йөрөүсе водителдәр ҙә бар.Шундайҙарҙы асыҡлау, транспорт дисциплинаһының кимәлен күтәреү маҡсатында бөгөндән «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре штраф түләмәүселәрҙе юлда туҡтатһа, законда билдәләгән яуаплылыҡҡа тарттырасаҡ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоусылар мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерелә. Түләнмәгән штрафы асыҡланһа, административ материал төҙөлә. Судта ғәйеплене 15 тәүлеккә тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға