«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төркиә менән Таиландҡа – сикләүҙәрһеҙ



17.06.2019 Төркиә менән Таиландҡа – сикләүҙәрһеҙ


Билдәле булыуынса, хәрбиҙәргә сит илдә ял итергә рөхсәт ителмәй. 2014 йылда Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә лә сикләүҙәр индерелгәйне. Улар БДБ илдәре, Ҡытай, Куба һәм Вьетнамда ғына ял итә алды. РФ эске эштәр министры Владимир Колокольцев Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә Таиланд һәм Төркиәлә ял итергә рәхсәт биргән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Полицейскиҙар сикләүҙәрһеҙ иң популяр булған йүнәлештәрҙә ял итә аласаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға