«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Португалия футболсылары тарих яҙа



15.06.2019 Португалия футболсылары тарих яҙа

2018/2019 йылғы миҙгелдә Европа футбол донъяһында тәүге тапҡыр Милләт-ара лиганың беренселеге уҙҙы.

Унда Европаның рейтинг буйынса дүрт лигаға бүленгән 55 командаһы, дүрт төркөмгә бүленеп, ҡатнашты. Лига еңеү­селәре финал уйындарында осрашып, тәүге тапҡыр еңеүсене асыҡланы.

Шулай итеп, финалға Португалия уйынсылары менән Нидерланд командаһы сыҡты. Тәүгеһе 60-сы минутта уңышҡа өлгәшеп, Милләт-ара лиганың беренсе еңеүсеһен асыҡланы. Өсөнсө урынды Бөйөк Британия командаһы яуланы. Улар Швейцария футболсыларын пенальти серияһында отто.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға