«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнән яңы поезд рейсы асыла



14.06.2019 Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

Сумаҙандарығыҙҙы тултыра тороғоҙ. Йәй дауамында туп-тура ғына Ҡара диңгеҙгә барыу мөмкинлеге бирелә. Өфө - Имеретин курорты (Олимпия паркы) рейсы тәүге тапҡыр юлға 5 июлдә сыға.

552-се поезд 07:20 сәғәттә ҡуҙғала. Өфөнән юлға сығыу көндәре түбәндәгесә: 5, 12, 16, 18, 28, 30 июль, 2 һәм 30 август. Ә диңгеҙ буйынан 7, 14, 18, 20, 30 июль, 1, 4 август һәм 1 сентябрь.

Юлға 52 сәғәт ваҡыт сарыф ителә.

Плацкарт вагондарға хаҡта 4 207 һумдан башлана, купеға иң арзаны - 4 283 рублей, СВ – 8 409 һум

Тағы бер ни тиклем уңайлыҡтар (биобәҙрәф, кондиционер) бар, уныһын билет алғанда белешегеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға