«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Горка"нан ҡолап төшөп муйынын һындырған



14.06.2019 "Горка"нан ҡолап төшөп муйынын һындырған

Кисә, 13 июнь кисендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 7 йәшлек ҡыҙ балалар шыуа торған "горка"ла ныҡ йәрәхәтләнгән.

Сабый Октябрь проспектының 59-сы йортоноң балалар майҙансығында уйнаған. Ата-әсәһе ҡарап торһа ла, күҙ-асып йомғансы өс метр бейеклектән ҡолап төшкән.

Ярай, "ашығыс ярҙам" машинаһы тиҙ килеп еткән. Ҡыҙҙың муйын умыртҡалары һыныуы мөмкин тип уны дауаханаға оҙатҡандар.

Был хәлгә шыуа торған тауҙың саманан тыш тәпәш кәртәләре сәбәпсе тип әйтәләр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға