«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин менән Дональд Трамп аяғөҫтө һөйләшәсәк



14.06.2019 Владимир Путин менән Дональд Трамп аяғөҫтө һөйләшәсәк

Бер аҙнанан Японияның Осака ҡалаһында G20 саммиты үтәсәк. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Дональд Трамптың осрашып һөйләшеүе күҙаллана.

Беҙҙең Президенттың матбуғат секретары Песков әфәнденең әйтеүенсә, ике лидерҙың ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа һөйләшеүе мөмкин. Ни өсөн тигәндә, сәғәтләп тә, хатта 30 минутлап та аралашырға көн тәртибе форсат бирмәйәсәк. Путин менән Трамп аяғөҫтө фекер алышырға ғына өлгөрөр, моғайын.

Шул арала нимә генә һөйләшә алырҙары ла билдәһеҙ. Әммә бер урында булғас, һөйләшмәй саралары юҡ.

"Ҙур 20" саммиты 28 - 29 июндә үтәсәк.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға