«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡағыҙ диплом онотоласаҡ



13.06.2019 Ҡағыҙ диплом онотоласаҡ

Ялған диплом булмаһын өсөн тырышалармы икән? РФ Фән һәм мәғариф министрлығы 2021 йылдан электрон дипломдар бирергә ниәтләй.

Һынап ҡарау өсөн биш Рәсәй университеты быйыл уҡ ҡағыҙ дипломдан баш тартасаҡ. Әлегә аныҡ ҡайһылары икәне әйтелмәй.

Киләһе йылдан тәжрибәгә 15 вуз ҡушыла, ә 2021 йылдан һәр юғары уҡыу йорто электрон диплом бирә башлаясаҡ.

Цифрлы форматтағы дипломды ла дөйөм портфолиоға "беркетеп" буласаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға