«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙе транспортта кемдәр йөрөтә?



13.06.2019 Беҙҙе транспортта кемдәр йөрөтә?

Йәмәғәт транспортында йыш йөрөүселәр ҡайһы бер водителдәрҙең дә, кондукторҙарҙың да сәйерлегенә өйрәнеп бөткән. Хәйер, сәйерҙәр салон тулы була. Тик торғандан талашыусылар ҙа күп. Әлегә һүҙ - беҙҙе йөрөтөүселәр тураһында.

Стәрлетамаҡтағы 8-се маршрут автобусының береһендә пассажирҙарҙы водителдең янындағы араҡы шешәһе аптыратҡан. Күреүселәр шундуҡ фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә лә һалған.

Баҡһаң, 0,25 литрлыҡ был шешә хатта асылған да, ти. Шофер эсеп ултырамы икән?

Ә Өфөлә китеп барған ерҙән селфи эшләгән троллейбус водителе эштән ҡыуылған. Пассажирҙар ҡатындың йә фотоға төшөүен йә видео төшөрөүен күреп, шаҡ ҡатҡан. Шунан кемдер уның был шөғөлөн видеоға яҙҙырып, социаль селтәргә һалған.

Юлда былай ҙа тығын, былай ҙа һәр кем "нервынный". Етмәһә, рулдәгеләр ҙә ҡайһы саҡ адекват булмауын күрһәтә.
Кондукторҙар мәсьәләһе - айырым тема.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: кп.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға