«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә әпәт сәпидсене тапағандар



13.06.2019 Өфөлә әпәт сәпидсене тапағандар

Кисә баш ҡалала велосипедҡа атланған бала һәм автомобиль ҡатнашлығында ҡаза теркәлде.

39 йәшлек ир "Лада Ларгус" менән идара итеп, Академик Королев урамынан барған. Маршал Жуков урамына һулға боролған саҡта ул 12 йәшлек велосипедсыны тапатҡан. Малай идара ителмәле кеше үткәргестән барған булған.

Үҫмерҙе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар. Табиптар ярҙамынан һуң уны ата-әсәһе ҡулына тапшырғандар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға