«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чубайс яңы һалым индерәйек ти



13.06.2019 Чубайс яңы һалым индерәйек ти

Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда "Роснано" башлығы Анатолий Чубайс Рәсәйҙә углерод һалымын индерергә кәрәк тип белдерҙе.

Яңы һалым сәнәғәтселәрҙе зарарлы ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк ти ул. 2016 йылда Рәсәй климат буйынса Париж килешеүен ҡабул итте һәм уның үтәлеше зарарлы ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алыу буйынса дәүләт системаһы булдырыуҙы күҙ уңында тота. Һалым ошо системаға бәйләнәсәк. Аҡса йыйымының күләмен тәүҙә бәләкәй итеү, аҙаҡ ставкаларҙы арттырыу күҙаллана.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға