«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бала үлеме...



13.06.2019 Тағы бала үлеме...

Кисә Ҡыйғы районында балалар зыян күргән ҡот осҡос фажиғә теркәлде.

Үрге Ҡыйғы ауылының Ибраһимов урамында "Гермес" магазины янындағы күләүек янында ике бала - өс йәшлек малай һәм йәш ярымлыҡ ҡыҙ уйнап йөрөгән. "ГАЗель" йөк машинаһы водителе, 27 йәшлек егет, уларҙы абайламаған һәм машинаны артҡа хәрәкәт иттергәндә уларҙы тапатҡан.

Алған йәрәхәттәрҙән ҡыҙ дауаханала үлгән. Малай ҙа йәрәхәтләнгән, уны табиптар ҡарап, ата-әсәһе менән өйөнә ҡайтарған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға