«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғаиләһе менән һәләк булғандар



12.06.2019 Ғаиләһе менән һәләк булғандар

11 июнь кисе Бөрйән районындағы аяныслы фажиғә менән тамамланды.

Ҡағы-Иске Собханғол юлында, Иҫке Мөсәт ауылы янында "КамАЗ" менән "Лада Ларгус" бәрелешкән. Еңел машинала ултырған ғаилә - ир, ҡатын, 3 һәм 5 йәштәге малайҙар үлгән.

Фажиғә урынына ҡотҡарыусылар полиция килеп еткән, сәбәптәре тикшерелә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға