«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш уҡытыусыларға - 600 мең һум



11.06.2019 Йәш уҡытыусыларға - 600 мең һум

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә гранттар булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 1 июлдән башлап йәш педагогик кадрҙарға йыл һайын 100 грант тапшырыласаҡ.Матди ярҙамға дәғүә иткән йәш уҡытыусының йәше 35- кә тиклем, кәмендә ике йыл стажға эйә булырға, ул белем биргән ауылда халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш тейеш.
Конкурсҡа документтар 1 августҡа тиклем ҡабул ителә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға