«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Зәйнетдин "Мөғжизәләр яланы"нда!



10.06.2019 Зәйнетдин "Мөғжизәләр яланы"нда!

Зәйнетдин Якубович менән осрашҡан!

Башҡорт эстрадаһының йәш, талантлы милли-инструменталисы Зәйнетдин Беренсе каналдың "Мөғжизәләр яланы" уйынында ҡатнаша.
- Бала саҡтан был тапшырыуҙы яратып ҡараным һәм ҡатнашырға хыяллана торғайным. 20 йылдан һуң ниһәйәт, был хыялым да тормошҡа ашты. Тәүҙә ҡатнашырға теләк белдереп ғариза ебәрҙем, сығыштарымдың видеояҙмаларын да беркеттем. Саҡырыу килгәс, бер аҙ ҡурҡытып та ҡуйылды: бирелгән һорауға яуапты белерменме? Шулай ҙа, бындай тапшырыуҙа еңеү түгел, хатта ҡанашыу ҙа ҙур мәртәбә, тип үҙемде тынысландырҙым. Салауат һәм Мәсетле райондары хакимиәтенә ҙур рәхмәт: күстәнәстәр, бүләктәр әҙерләргә ярҙам иттеләр. Тапшырыу бер тынала төшөрөлдө, студияла үҙ эшен белгән профессионалдар ғына эшләй. Ниндәй һорауҙар бирелгәне, мин ниндәй бүләктәр алыуым тураһында һөйләмәйем, барыһын да тапшырыуҙан ҡарарһығыҙ - тип Заһир.
Этно стилдә ижад итеүсе егет зәңгәр экрандар аша башҡорт моңдарын яңғыратырмы? Леонид Якубовичҡа милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттергәнме? Суперуйынға барып етә алғанмы? Быларҙың барыһын да 14 июнь көнө Беренсе каналда, сәғәт 19:50-лә ҡарап белерһегеҙ. "Мөғжизәләр яланы" уйынын онотмағыҙ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға