«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғибрәт: бисәләр урлаша...



10.06.2019 Ғибрәт: бисәләр урлаша...

Кем нимә урлай ала, шуны урлай. Йәғни урларлыҡ ерҙә эшләһәләр һәм бармаҡтары үҙ яғына кәкре булһа. Банктағы аҡса урлай, урмандағы - бүрәнә, тигәндәй. "АЛРОСА" алмас табыу компанияһының бер хеҙмәткәре булып эшләүсе ҡатын үҙенең әшнәләре менән алмас урлаған.

Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре ҡараҡтарҙы 22 миллион һумға торошло ҡиммәтле таш урлап сығып барғанда тотҡан. Енәйәтселәр быға тиклем дә шул "ҡара эш"тәре менән иркен шөғөлләнгән. Уларға шик төшкәс, ныҡлап күҙәтә башлағандар һәм адрестары буйынса тентеү ойошторғандар. Һөҙөмтәлә 500-ләп эшкәртелмәгән алмас, 11 бриллиант, ике миллион доллар һәм 500 мең евро, билдәле ювелир брендтары продукцияһы (шул иҫәптә гәүһәрле сәғәттәр) табылған.

Әле енәйәт эше асылған. "АЛРОСА" компанияһы бер нисә йыл элек коррупцияға ҡаршы көрәш иғлан иткән. Урламаһындар, барыбер тотоласаҡтар, тигән булалар йәнәһе.

Әйткәндәй, әлеге компанияның төп өлөшө Яҡут республикаһында эшләй. Шулай уҡ Архангель өлкәһендә һәм Африкала ла эшмәкәрлек алып барыла. Донъяла алмас табыу күләме буйынса алдынғы урында.

Шуға ла хеҙмәткәрҙәрҙең иманһыҙҙары туйып һикерә, милекте талап-урлап байымаҡсы була инде.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға