«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 12 июндә ҡайҙа бараһығыҙ?



10.06.2019 12 июндә ҡайҙа бараһығыҙ?

Бәхетленең байрамы бер көндә. 12 июнде әйтәм: Рәсәй көнө менән бер юлы өфөләр ҙә үҙ ҡалаһын ҡотлай. Баш ҡалаға 445 йәш. Шулай уҡ милли батырыбыҙ Салауаттың да тыуыуына 265 йыл тула. Аҙна уртаһында - "ҡыҙыл көн".

Нисек үткәрергәме? Байрам сараларын һайлап алығыҙ.

Ҡала советы алдында иртәнге 10:00 сәғәттә һөнәрмәндәр күргәҙмәһе асыла. Балалар өсөн һабантуй ҙа ойоштороласаҡ.

Сәғәт 11-ҙә Октябрь проспекты буйлап үҙенсәлекле парад үтәсәк.

Ленин майҙанында "Сәғәт" фонтаны 12:00 сәғәттә асыла, тип хәбәр итәләр. 14:45 - 16:15 сәғәт тирәһендә ошонда уҡ "Берҙәмлек" фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығышы. Артабан 16:15 - 17:45 сәғәттә «Асыҡ микрофон» ҡала конкурсында еңеүселәр сығышы.
17:45-тә «Өфө – Беренсе Республикиның баш ҡалаһы» театрлаштырылған тамашаһы башлана. Һуңынан ҙур концерт. Унда «Арғымаҡ», «Каруанһарай» төркөмдәре, «Голос» проекты финалисы Рушана Вәлиева, «Zainetdin» кеүек сағыу тауыштарҙы ишетерһегеҙ.

"Ватан" этнопаркы янындағы амфитеатрҙа 19:30 сәғәттә Надежда Бабкинаның фестиваль-марафонын күрерһегеҙ. Бында ла күп билдәле ижадсылар сығышы көтөлә. Үҙебеҙҙең "Мираҫ" ансамбле лә буласаҡ.

Киске 9-ҙа "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале программаһына ярашлы, "Би-2" төркөмө сығышы көтөлә.

Байрамды 23:00-дә сағыу салют тамамлар.

13 июндә лә, 14, 15 июндә лә саралар күп.Асҡар Абдразаҡов, Мария театры солистары 13 июндәге Симфония төнөндә сығыш яһай.

14 июндә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концерт күҙаллана. Бында Элвин Грей, Алһыу, "Заман", "Бүреләр" сығыш яһай.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға