«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт режиссеры Эстонияла спектакль ҡуя



10.06.2019 Башҡорт режиссеры Эстонияла спектакль ҡуя

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Айрат Әбүшаһманов Эстонияла спектакль ҡуя.

Ул танылған продюсер һәм "R.A.A.A.M." театры етәксеһе Мярт Меос саҡырыуы буйынса Антон Таммсаареның "Юдифь" пьесаһын сәхнәләштерә. Әлеге ваҡытта артистар менән ҡыҙыу эш бара: премьералар 13,15, 16 июндә, театр талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелгән Изге Катарина сиркәүе майҙанында үтәсәк.
Мярт Меос өмөтлө, көслө режиссерҙар менән генә эшләй. Быға тиклем Иран, Америка, Германия театр вәкилдәре Таллинда спектакль ҡуйһа, Театр йылында Айрат Әхтәм улы Әбүшаһманов талантын күрһәтә.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға