«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡшы исемлектә ҡайһы район?



10.06.2019 Яҡшы исемлектә ҡайһы район?

Республикала сәсеү тамамланды. Уныһы аңлашыла - Һабан байрамдары үтә бит. Ә нисек сәстек һуң?

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә вице-премьер вазифаһын башҡарыусы - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ентекле сығыш яһаны.

Быйыл Башҡортостан аграрийҙары дөйөм майҙаны ике миллион 970 мең гектарҙа сәскән. Иген культуралары баҫыуҙары бер аҙ кәмегән, ә май культураларыныҡы (ярауай рапс, соя, горчица, етен рыжик - беҙҙең ерҙәр өсөн үҙенсәлекле культуралар) артҡан.

Сәсеү буйынса анализ үткәрелеп, райондар рейтингы төҙөлгән. Мәҫәлән, элиталы орлоҡтарҙы ҡулланыу буйынса Илеш, Нуриман, Ауырғазы, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары яҡшы эшләһә, сәсеү майҙандарын һаҡлауға Ҡыйғы, Салауат, Баймаҡ, Балаҡатай, Күгәрсен етди ҡараған.

Әлеге ваҡытта мал аҙығы әҙерләү һәм уңыш йыйыуға бәйле ойоштороу саралары бара. Семинар-кәңәшмәләр, Баҫыу көндәре үтә. Баҫыу көнөнә Радий Хәбировты ла саҡырҙылар. Ул, моғайын, Ғафури районына барыр.

Әйткәндәй, республика Башлығы бөтә ауыл эшселәренә сәсеүҙә уңғанлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға