«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер см ҡалынлығында ноутбук һатыуға сығарыла



07.06.2019 Бер см ҡалынлығында ноутбук һатыуға сығарыла

Үҙе йоҡа, үҙе еңел. Яңы ноутбукты әйтәм. Тиҙҙән Рәсәйгә Acer Swift 7 килеп етәсәк.

Суперноутты магазиндарҙан июлдә үк эҙләй алаһығыҙ. Хаҡымы? Кемдәргәлер арзан. Максималь комплектация менән 160 мең һумға төшәсәк.

Ауырлығы ни бары 890 грамм. Ҡалынлығын әйттек инде. Беҙҙең "Йәшлек" менән бер икән.

Төҫө ябай: йә аҡ йә ҡара. Характеристикаһы менән таныштырмай торайыҡ. Уны бизнес-ноутбук тигән булалар.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға