«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер айҙан Рәсәй Премьер-лига беренселеге старт аласаҡ



07.06.2019 Бер айҙан Рәсәй Премьер-лига беренселеге старт аласаҡ

Футбол буйынса сираттағы Рәсәй Премьер-лига беренселеге июль урталарында старт аласаҡ.

Уҙған миҙгел чемпионы – «Зенит» командаһы чемпионатты беренселек дебютанты «Тамбов» клубы менән башлаясаҡ. Көмөш миҙал призеры – «Локомотив» футболсылары «Рубин»ға һынау тотһа, «бронза»лы «Краснодар» уйынсылары «Әхмәт»те ҡабул итә.
Элитала урынын һаҡлап ҡалған «Өфө» командаһы Екатеринбургта урындағы «Урал» менән осрашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға