«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя чемпионы допингта эләккән



07.06.2019 Донъя чемпионы допингта эләккән

Рәсәй гимнасткаһы, донъя чемпионы Александра Семенованың ҡанында тыйылған преппарат табылған.

Ул хаҡта РУССАДА пресс-службаһы хәбәр итеп, 21 йәшлек спортсыны ике йылға яратҡан шөғөлөнән ситләтте. Семенова 2014 йылда донъя беренселегендә ике упражненияла еңеп, шул уҡ йылда Европа чемпионатында ла ике тапҡыр алтын миҙал яуланы. 2015 йылдан алып Рәсәйҙең төп составына эләккәне юҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға