«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ванечка Фокиндың хәле яҡшы!



06.06.2019 Ванечка Фокиндың хәле яҡшы!

Үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы Магнитогорск ҡалаһынан Ванечка Фокин тураһындағы ҡыуаныслы хәбәр менән шатландырырға ашығабыҙ – сабыйҙың хәле яҡшы!

Фажиғә булғандан һуң 35 сәғәт емереклектәр аҫтында ятҡан баланың мөғжизәле ҡотҡарылыуын, дауаханаға оҙатылыуын, һуңынан һауығыуын йөҙҙәрсә мең кеше оло тулҡынланыу менән күҙәтте.

27 градус һыуыҡта тәүлектән ашыу бетон плитәләр аҫтында ятҡан, табиптар һуңынан асыҡлауынса эзбиз һәм саң ашаған бәпестең һәм уның ата-әсәһенең ошо ваҡыт эсендә ниҙәр кисергәнен күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс.

Ванечканы емереклектәр аҫтынан сығарғас та, уны Мәскәүгә - Кисектергеһеҙ балалар хирургияһы һәм травматологияһы институтына ебәрҙеләр.
Төрлө травмалар алған сабый реанимацияла ятып сыҡҡас, табиптар уның туңған аяҡҡынаһын ҡотҡарыуға бөтә көсөн һала. Һәм һаҡлап алып ҡалалар ҙа!

Ай ярым Мәскәүҙә дауаланғандан һуң Ваня әсәһе менән Магнитогорскиға ҡайтты. 16 февралдә бер йәше тулған малаҡай Магнитогорск һәм Силәбе ҡалаларында реабилитация курстарын да үтте.
- Реабилитация шулай курстар менән алып барыла, әле сираттағыһын тамамлайбыҙ, - ти Ваняның әсәһе Ольга. – Улыбыҙҙың аяғы яйлап төҙәлә. Дөйөм алғанда, Ваня үҙен яҡшы тоя, күберәк атларға тырышабыҙ, ҡулға тотоноп ҡына булһа ла. Үҙ аллы атламай әлегә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә, ҡотҡарыусыларға һәм битараф булмаған, ярҙам ҡулы һуҙған, беҙгә иң ауыр мәлдәрҙә терәк булған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ.

Әлеге ваҡытта Фокиндар яңы фатирҙа йәшәй. Фажиғәлә кисергәндәрҙе оноторға тырышалар. А Ванечканың ул турала иҫләп торорға бөтөнләй ваҡыты юҡ - донъяны яңы танып-белергә ынтылған сабый өсөн бынан башҡа ла ҡыҙыҡлы нәмәләр әйләнә-тирәлә һәләк күп.

... Тыйнаҡ, ихтирамлы Ольга декрет отпускыһына тиклем "Тиз ярҙам" фельдшеры булып эшләгән. Уға 32 йәш. Бөтә ваҡытын, әлбиттә, һөйөклө балаларына, ғаиләһенә бағышлай. Саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сыҡһа инде, ҡул эшенә ултыра - бәйләнергә, тегеү эше менән булырға ярата.
Ире Евгений металлургия комбинатында локомотив машинисы булып эшләй. Фажиғә сәғәтендә ул төнгө сменала булып ҡалған...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға