«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Черчесов яңыларға өмөт итә



06.06.2019 Черчесов яңыларға өмөт итә

Футбол буйынса Европа беренселегенең һайлап алыу төркөм осрашыуҙарын Рәсәй йыйылма командаһы үҙ майҙанында үткәрәсәк.

Иртәгә улар Сан-Марино уйынсыларын ҡабул итһә, 11 июндә Кипр футболсыларына ҡаршы һынау уҙғарасаҡ. Әлеге ваҡытта Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре, ике уйындан һуң өс мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә икенсе урын биләй.

Команданың баш тренеры, төп уйын­сыларҙан тыш, яңыларына ла өмөт бағлай. Әле унда яңыларҙан Иван Обляков (ЦСКА), Николай Комличенко («Млады Болеслав», Чехия), Зелимхан Бакаев менән Резиуан Мирзов (икеһе лә – «Арсенал»дан) кү­некмәләр уҙғара. Бигерәк тә Ком­ли­ченкоға ышаныс ҙур һымаҡ тойола. Сөнки ул Чехия чемпионатында 29 тапҡыр уңышҡа өлгәшә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға