«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Гослото»ла 1 миллион отҡан!



06.06.2019 «Гослото»ла 1 миллион отҡан!


Лотерея уйындарына халыҡ бик ышанып бармаһа ла, ҙур ғына суммалағы отоштарға барыбер эйә булалар бит.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе берәү «Гослото» сайтынан 150 һумға билет һатып ала ла, онота. Уйын һөҙөмтәләрен ҡарһа , аптырап китә. 1 миллион һум аҡса отҡан !
Уның ише лотереяла ҙур суммала аҡса отоусылар беҙҙә бар. Март айында Өфө кешеһе 4 миллион, икенсе берәү февралдә 17,6 миллион отҡайны.
Бына бит , даланлыларға бәхет йылмая.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға